Бында төрлө ойоҡбаш, бейәләй һәм ултырғыс ябыуы эшләргә өйрәнәләр, үҙҙәренең бәйләм серҙәре менән уртаҡлашалар.
Түңәрәккә йөрөүселәр оло йәштәбеҙ тип тормайҙар, ҙур ҡыҙыҡһыныу менән йөрөйҙәр. Иң мөһиме, "Тик ултырмаҫҡа, белем кимәлеңде үҫтереү өҫтөндә эшләргә, өйрәнергә, нисә йәштә булһаң да өйрәнеү үҙең өсөн" тигән заман талабына яраҡлашып йәшәйҙәр.