Хәйбулла хәбәрҙәре
+10 °С
Ясно
ВКонтакте
Одноклассники
МАКС
Баш
Рус
Яңылыҡтар
16 Марта 2021, 07:09
Өфөлә торбаларҙы ремонтлағанда ике кешенең баш һөйәге табылған
-
Добавить в предпочтительные источники Google
Өфөлә Матбуғат йорто янында эшселәр көтөлмәгән «табыш»ҡа юлыҡҡан. «Уфимский фейсбук» тelegram-каналы хәбәр итеүенсә, торбаларҙы ремонтлау менән шөғөлләнгән ирҙәр ерҙә ике кешенең баш һөйәген тапҡан. Уларҙы ҡасан табыуҙары тураһында хәбәр ителмәй.
Билдәле булыуынса, элек был урында Ново-Иваново зыяраты урынлашҡан булған.
mozaika.ufa-lib.ru
сайты мәғлүмәттәре буйынса, ул уҙған быуат башында ҡала биләмәһенән ситтә барлыҡҡа килгән. Өфөләге билдәле ғаиләләрҙең бик күп вәкилдәре ошонда ерләнгән.
1960 йылдарҙа ҡәберлек ябылған, ә мәйеттәрҙең ҡайһы берҙәре икенсе ергә күмелгән. Элекке зыярат биләмәһендә хәҙер завод корпустары, күңел асыу комплексы, Йәштәр һарайы һәм Еңеүҙең 50 йыллығы скверы тора.
«Башинформ» агентлығы кешеләрҙең баш һөйәктәре табылыуға бәйле комментарий алыу өсөн хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итте.
https://
www.bashinform.ru/news/1569483-v-ufe-naydeny-chelovecheskie-cherepa-pri-remonte-trub/
Фото: «Уфимский фейсбук» тelegram-каналы.
Читайте нас
telegram
вк
дзен
ок
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"