Ир ҡатыны менән өс йылға яҡын бергә йәшәмәүе, балалар янына (улар өсәү) ғына инеп сығыуы һәм аҡса килтереүе тураһында һөйләгән.
Енәйәт эше материалдарынан күренеүенсә, ҡатындың «һөйгәндәре» күп булған, иренә йыш хыянат иткән. Был көндө ҡатыны менән ҡунаҡта булған, улар аҙыраҡ «төшөрөп» тә алған. Һуңынан ҡатын «эш буйынса» барырға кәрәклеген белдергән.
Ир уны иҙәнгә йығып һалған да туҡмай башлаған. Ҡатындың хәрәкәтһеҙ ятыуын күргәс, уның ағаһына һәм полицияға шылтыратҡан.
Ғәйепләнеүсе 6,5 йылға иркенән мәхрүм ителгән.