Яңылыҡтар
16 Март 2021, 04:27

БАШҠОРТОСТАН ВӘКИЛДӘРЕ “АРХИТЕКТОРЫ.РФ” ӨСӨНСӨ БУШЛАЙ МӘҒАРИФ ПРОГРАММАҺЫНЫҢ ТӘҮГЕ 100 ФИНАЛИСТ ИҪӘБЕНӘ ИНДЕ

-

Был проект Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы менән “Стрелка” институты ярҙамында ДОМ.РФ тарафынан бойомға ашырыла. Проект финалистары КБ 11 архитектура бюроһы, архитектура кафедраһы өлкән уҡытыусыһы һәм Архитектура эҙҙәре ленд-арт республика фестивале ойоштороусыһы Ләйсән Аҙнабаева, БР Ҡалаларҙы үҫтереү институты проектлаусыһы Әмир Ҡәйүмов.
“Архитекторы.рф” программаһы РФ Президенты Владимир Путин тарафынан булдырылған. Тәүге белем биреү курсы 2018 йылдың сентябренән декабренә тиклем уҙған. 2019 йылда йәмәғәт ойошмалары менән Торлаҡ һәм ҡала мөхите милли проетын бойомға ашырыу буйынса һорауҙарҙы хәл иткәндә төбәк башлығы программаның дауам иттерелеүе һәм талантлы архитекторҙарҙы үҫтерергә кәрәклеге тураһында әйтте.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.
"Мораҙым" гәзитенән
Читайте нас