Яңылыҡтар
15 Март 2021, 06:44

Николай Красников ҡаргиҙәрҙә кросс буйынса Рәсәй чемпионатында «алтын» яуланы

-

Данлыҡлы спортсы һәм Башҡортостандың мотоциклет федерацияһы президенты Николай Красников ҡаргиҙәрҙә кросс буйынса Рәсәй Федерацияһы чемпионатында беренсе урынды алды.
Ярыштар Свердловск өлкәһенең Каменск-Уральский ҡалаһында уҙҙы. Өфө мотоуҙышсыһы Төмән вәкилдәре менән бергә пьдесталға баҫты: икенсе баҫҡысҡа Николай Грачев күтәрелде, өсөнсөлә – Александр Байкалов.
Бынан алда Николай Красников тиҙҙән Башҡортостанда ошо спорт төрөнә өйрәтә башлауҙары тураһында белдергәйне.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
Читайте нас