Гүзәл заттар араһында керпек үҫтереү бөгөн модала. Күптәр матурлыҡ салондарына мөрәжәғәт итә. Эйе, матур, күҙ ҡараштары ла шунда уҡ үҙгәрә, әммә оҫталарҙы ла һайлай белергә кәрәк.
Өфө ҡалаһында йәшәгән ханым интернет аша матурлыҡ салонына мөрәжәғәт итә. Оҫтаның интернет селтәренә ҡуйылған эштәрен дә оҡшата. Әммә процедуранан һуң, ҡупшы керпектәр менән бергә үҙенекен дә юғалта.
--3D керпекте 1сәғәт эсендә эшләне. 3 көн үткәс, күҙ ҡабаҡтары ауырта башланы, бер аҙна тигәндә, яһалма керпектәр менән үҙемдекеләр ҙә ҡойолоп бөтә яҙҙы. Үҫтерелгән керпектәрҙе алыу өсөн икенсе мастерға мөрәжәғәт итергә тура килде,--ти ханым.