Ҡамыр өсөн: 250 мл кефир, 125 мл көнбағыш майы, 1 аш ҡалағы шәкәр, 1 сәй ҡалағы тоҙ, 11 гр дрожжи, яҡынса 3 стакан он.
Эслек өсөн: ярты кәбеҫтә, 1 һуған, 3 бешкән йомортҡа, тоҙ.
Кефир һәм көнбағыш майын йылымыс итеп йылытырға. Шәкәр һәм тоҙ өҫтәйбеҙ. Артабан дрожжи һәм иләнгән он ҡушып ҡамыр әҙерләйбеҙ. Ҡабарып сыҡҡансы көтәбеҙ.
Кәбеҫтә менән һуғанды табала бешереп алабыҙ. Бешкән йомортҡаларҙы ваҡ итеп турайбыҙ. Был массаға кәбеҫтә ҡушып тоҙ һалабыҙ. Ҡамыр әҙер булғас, эслек һалып пирожки әҙерләйбеҙ. Формаға теҙеп һалғас, 20 минут тирәһе ҡуйып торабыҙ ҙа 220 градусҡа духовкаға тығабыҙ. Яҡынса 20-25 минутта бешеп сыға.