“Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә кино залдарын ҡайтанан ҡороуға ғаризалар ҡабул ителә башланы.
Кино фонды 11 марттан халҡы 500 меңгә тиклем булған биләмәләрҙәге кино күрһәткән ойошмаларға кино залдарын ҡайтанан йыһазландырыу өсөн ярҙам алыу мөмкинлеген бирә. Әле ойошма ошондай ойошмаларҙы һайлай башлау хаҡында хәбәр итә. Һүҙ Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә күрһәтелгән ярҙам хаҡында бара. Ғаризалар 23 апрелгә тиклем ҡабул ителәсәк. Быйыл Кино фонды 120-нән ашыу кино залына ярҙам итеүҙе планлаштырған.
Һанлы күрһәтеү мөмкинлеген тәүге тапҡыр алғандар араһында ярҙам аҡсаһын алыусылар һаны күбәйһен өсөн бер шарт кәрәк: уларҙың һанлы кино күрһәтеүҙе ике йыл атҡармауы фарыз.
Әйткәндәй, Башҡортостан – заманлаштырылған кино залдары һаны буйынса илдә лидерҙарҙың береһе. Шулай итеп, 2015 йылдан алып Кино фонды тарафынан 37 ойошмалағы 44 заманса кино залы асылған. Шуға ошо мөмкинлектән файҙаланып ҡалығыҙ.
Фото: республиканың Мәҙәниәт министрлығы.