Хәйбулла хәбәрҙәре
+22 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Баш
Рус
Яңылыҡтар
15 Март 2021, 09:22
Башҡортостан эшһеҙлек кимәле буйынса төбәктәр рейтингында 36-сы урынды алды
-
Башҡортостан 2020 йылдың ноябре – 2021 йылдың ғинуары йомғаҡтарына ярашлы эшһеҙлек кимәле буйынса төбәктәр рейтингында 36-сы урынды алды. Был хаҡта «РИА Новости» хәбәр итте.
Башҡортостанда эшһеҙлек кимәле артып, 5,6% тәшкил итте. 2019-2020 йылдарҙың ошо уҡ осорона эшһеҙлек кимәленең үҙгәреүе — 0,9. Уҙған йылдың өсөнсө кварталында республикала эш эҙләүҙең уртаса ваҡыты – 5,9 ай.
«Коронавирус пандемияһына бәйле кризис Рәсәйҙәге хеҙмәт баҙарына етди баҫым яһаны. Сикләүҙәрҙең бөтөрөлөүе, күпселек предприятиеларҙың эш режимына кире ҡайтыуы һөҙөмтәһендә хәл яҡшыра башланы», — тиелә «РИА Новости» агентлығы тикшереүендә.
2020 йылдың ноябре – 2021 йылдың ғинуары йомғаҡтары буйынса Рәсәй төбәктәренең күпселегендә эшһеҙлек кимәле артып, илдә 5,9% тәшкил итте, был иһә бер йыл элеккегә ҡарағанда 1,3 пунктҡа юғарыраҡ.
Ямал-Ненец һәм Ханты-Манси автономиялы округтарында хәл яҡшы. Ингушетияла, Чечняла һәм Тывала эшһеҙлек күрһәткесе бик юғары.
https://
www.bashinform.ru/news/1569021-bashkiriya-zanyala-36-mesto-v-reytinge-regionov-po-urovnyu-bezrabotitsy-/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
Фото: Олег Яровиков.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"