Яңылыҡтар
15 Марта 2021, 09:02

Ғалимдар һуғандың сереү серен тапҡандар

.

АҠШ тикшереүселәре һуған сереүҙең сәбәбе булған молекуланы асыҡлағандар. Ул сағыштырмаса яңы хәүефһеҙ гербицид өсөн нигеҙ булып тора һәм мейе шешенең агрессив формаһы – глиобластома менән көрәшергә булышлыҡ итә, тиелә тикшереүҙә.
. Улар сереүҙә мөһим роль уйнаған матдәне тапҡандар һәм уны пантафос тип атағандар. Пантафос синтезын бактериялар менән туҡтатҡанда, һуған һәм башҡа төрлө ауыл хужалығы культураларының сереүен дә бөтөрөргә мөмкин буласаҡ. Пантафос гербицидтарға бирешмәгән сүп үләндәренә тәьҫир итэ ала икән, уны яңы типтағы гербицид тиергә була. Утыҙ йылдан ашыу был өлкәлә алға китеш булмаған тип билдәләй ғалимдар. Был матдәнең кешегә тәьҫир итеү мөмкинлеген өйрәнеп, уның глиобластома күҙәнәктәре өсөн ағыулы булыуын асыҡлаған микробиологтар. Хәҙер иһә ғалимдар молекуланың ауыл хужалығында һәм медицинала ҡулланырлыҡ модифицирланған версияһын уйлап табырға уйлайҙар.
Автор: Римма Галимова
Читайте нас