Яңылыҡтар
13 Март 2021, 19:55

Вәзәмдәр ҡар көрәүҙе лә ижад өлгөһө итеп, конкурс иғлан иткәндәр

Улар көрт баҫҡан ихаталарын, урам янын матур итеп көрәү буйынса ярыша //

Февраль аҙағынан алып дауам иткән оҙайлы бурандар юлдарҙы ҡапланы, ихаталар алды ҡарға сумды.
Бер көн ишек алдынан алып урамға тиклем ҡарҙы матурлап көрәп ҡуйһаң, иртәнсәк тороуыңа кире көрт тултырып ҡуя.
Әммә вәзәмдәр көн дә ҡар көрәйбеҙ тип тормай, “Ҡар көрәү үҙе бер ижад” исемле конкурс иғлан иткән. Тип тигеҙ итеп, ялтыратып көрәлгән ихаталар ысынлап та ижад икән шул! Ҡарап тороуы күңелле шул.
Фотолар:
Читайте нас