Район мәҙәниәт йорто артистарының дәртле концерт номерҙары, күңелле конкурстар, халыҡ уйындары, уйын-көлкөнән тирә-яҡ яңғырап торҙо. Әкиәт персонаждары байрамда ҡатнашыусылар, баҙарға үҙ йомоштары менән килеүселәрҙең күңелен асты. Теләгән һәр кем тәмле сәй һәм ҡоймаҡтан ауыҙ итте.