Яңылыҡтар
13 Март 2021, 05:15

Ял көндәрендә һауа торошо нисек була?

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса

Ял көндәрендә Башҡортостанда 6 градусҡаса йылыта, тип хәбәр итте республика синоптиктары.
Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә — минус 17-22, урыны менән 27 градус һыуыҡ. Көндөҙ йылыраҡ — минус 6-11 градус.
Йәкшәмбе һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй. Синоптиктар яуым-төшөмһөҙ һауа торошо вәғәҙәләй. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә — минус 17-22, урыны менән 27 градус һыуыҡ. Көндөҙ — минус 6-11 градус.
Читайте нас