Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса БР дәүләт комитетының янғынды иҫкәртеү хеҙмәте үҙәгенең янғынды иҫкәртеү инструкторҙары, муниципаль район хакимиәтенең граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр секторы һәм Атингән ауыл биләмәһе хакимиәте вәкилдәре тарафынан янғын хәүефһеҙлеге сараларын күҙәтеү буйынса рейд үтте.
Рейд барышында йорттарҙа йылытыу мейестәре, электр үткәргестәр торошона иғтибар бирелде, һәр граждан менән ҡулдан эшләнгән электр йылытыу приборҙарын файҙаланыуға юл ҡуймау буйынса инструктаж үткәрелде.
Янғын хәүефһеҙлеге өлкәһендә асыҡланған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса билдәле бер ваҡыт бирелде.
Рейд барышында 55 йәштән олораҡ яңғыҙ йәшәүсе граждандарға, 7 йәшкәсә балалары булған ғаиләләргә автоном янғын иҫкәртеү приборҙары ҡуйылды.
Янғын хәүефһеҙлеге буйынса иҫкәртеү рейдтары артабан да дауам итәсәк.