Хәйбулла хәбәрҙәре
+23 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Баш
Рус
Яңылыҡтар
12 Март 2021, 04:21
Яҙ организмды нисек таҙартырға?
-
Ҡул аҫтында булған ризыҡтар сәләмәтлек өсөн ифрат ҙур әһәмиәткә эйә. Уларҙың тылсымлы көсөнән, бигерәк тә яҙ осоронда баш тартмағыҙ.
Һарымһаҡ
Тамырҙарҙы таҙарта, холестерин кимәлен түбәнәйтә.
Иң шәп ризыҡ: һарымһаҡ, лимон һуты, бал ҡушылған соус.
Кәбеҫтә
Токсиндарҙы сығара, составында U витамины бар.
Иң шәп ризыҡ: тоҙланған килеш йә сей кәбеҫтәгә үҫемлек майы ҡушып яһалған салат.
Мүк еләге
Вирустарға ҡаршы көрәшә, бәүел-енес юлдарын таҙарта, йәшәртә.
Иң шәп ризыҡ: морс йәки емештәрен бал менән ҡушып ашау.
Кишер
Токсиндарҙы сығара, бауырҙы, эсәктәрҙе таҙарта.
Иң шәп ризыҡ: кишер – авокадо; кишер - үҫемлек майы; кишер - сәтләүектәр салаттары.
Сөгөлдөр
Эсәктәрҙе, бауырҙы таҙарта, йәшәртә.
Иң шәп ризыҡ: фреш; сей сөгөлдөр – үҫемлек майы салаты.
Грейпфрут
Составында 95 миллиграмм С витамины бар, һалҡын тейгәндә файҙалы.
Иң шәп ризыҡ: грейпфрут+һыу+имбир+кайен боросо салаты.
БАШ ТАРТЫҒЫҘ:
Аҡ икмәктән
Газлы эсемлектәрҙән
Шәрбәтле емеш һуттарынан
Ярымфабрикаттарҙан
Фото: patee.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"