Яңылыҡтар
11 Март 2021, 06:08

Шайморатовсылар тураһында биографик белешмә донъя күрҙе

-

«Шаймуратовцы — воины легендарной 112-й Башкирской кавалерийской дивизии» исемле баҫма донъя күрҙе. Китап Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм «Башҡортостан энциклопедияһы» ғилми нәшриәтенең берҙәм эш һөҙөмтәһе булып тора. Унда 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы сафында хеҙмәт иткән яугирҙар тураһында 2700 тирәһе биографик белешмә һәм 200-ҙән ашыу фотоһүрәт тупланған. Баҫма республика китапханаларына һәм иң әүҙем ҡатнашҡан Шайморатовсылар вариҫтарына таратыласаҡ.

Сығанаҡ: https://kurultai.ru/ba/content/2031-izdan-biografiche..
Читайте нас