Ҡатын-ҡыҙҙар матур сарала “Рецептың исемен әйт”, “Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр”, “Бер һүҙ менән әйт”, “Ижади конкурс” кеүек күңелле конкурстарҙа ҡатнашты, шаян һорауҙарға яуаптар бирҙе, ғаилә, әсә, әхләҡ тураһында йомаҡтар систе.
Һәр гүзәл зат нимәгәлер маһир: кемдер ҡул эше оҫтаһы, икенсеһе матур йырлай, өсөнсөһө аш-һыуға маһир, бәғзеләре бейей. Шуларҙың береһе, бәйләү оҫтаһы Гөлбәҙән Моталова зауыҡлы ҡул эштәрен күрһәтеп, үҙ шөғөлө тураһында һөйләне.