Яңылыҡтар
10 Март 2021, 11:24

ЗАМАНСА ҠОРАМАЛДАР УҠЫУҒА ҠЫҘЫҠҺЫНЫУҘЫ АРТТЫРА

-

Әлшәй районы үҙәге Раевкалағы Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы уҡыу сифаты, белем биреү өлкәһендәге ҡаҙаныштары менән алдынғы мәғариф усағы булараҡ билдәле.
Һуңғы арала лицей бер нисә уҡыу бүлмәһен заманса мультимедиа комплексы менән йыһазландырыуға өлгәшкән. Башҡортостан Республикаһының дәүләт һәм халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән дәүләт программаһына ярашлы, Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте бүлмәһенә былтыр ошондай комплекс алынған ине. Артабан башҡорт теле һәм информатика кабинеттары ла заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Лицей директоры Римма Дәүләткирәева бындай ярҙамдың, һис шикһеҙ, фәнде уҡытыу сифатын яҡшыртыуы һәм уҡыусыларҙа уны үҙләштереүгә ҡыҙыҡһыныуҙың артыуы тураһында белдерҙе.
Лицейҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәсимә Ғайса ҡыҙы Кәримова ла етәксенең һүҙен хупланы һәм был йәһәттән Башҡортостан Башлығының инициативаһы менән башланған “Юғары ос!” программаһының ҙур мөмкинлектәр асыуын билдәләне. Ул дәрестәр алып барған башҡорт теле кабинетында һәр уҡыусы тел өйрәнеү буйынса заманса ҡушымталар ҡуйылған планшеттар менән ҡулланыу мөмкинлегенә эйә. Улар ярҙамында балалар телмәр үҫтереү, диалогтар ҡороу менән шөғөлләнә. Шулай уҡ интерактив таҡта һәм башҡа ҡорамалдар видеодәрестәр, төрлө саралар үткәрергә, уҡытыуҙы ҡыҙыҡлы алымдар менән байытырға мөмкинлек бирә, ти мөғәллимә.
Был матур башланғыстар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Мәғариф” милли проекты ҡуйған бурыстарҙың үтәлешенә лә яуап бирә.
Фото: Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы.
Сығанаҡ:"Мораҙым" гәзите.
Читайте нас