Яңылыҡтар
10 Март 2021, 09:39

Янсыҡта--ялған аҡсалар

2020 йылда Башҡортостандың банк өлкәһендә 381 ялған Рәсәй банкы банкноты табылған. Уларҙың күпселеге биш мең һумлыҡ купюралар—90% ашыу (347 дана). //

2020 йылда Башҡортостандың банк өлкәһендә 381 ялған Рәсәй банкы банкноты табылған. Уларҙың күпселеге биш мең һумлыҡ купюралар—90% ашыу (347 дана).
2019 йылда уларҙың һаны 80% тәшкил иткәйне. Икенсе урында, былтырғы кеүек үк, бер мең һумлыҡтар килә (29 дана). Әйткәндәй, уларҙың һаны киреһенс кәмегән (14-тән 8% төшкән). Ялған аҡсалар араһында ике мең һумлыҡтар ҙа бар (ике осраҡ асыҡланған). Шулай уҡ башҡа номинал банкноттар араһында ла өсәр дана асыҡланған.
Рәсәй банкы аҡсаларҙың ысынлығын күрһәтеүсе өс билдәне тикшереп ҡарарға тәҡдим итә. 5000 һумлыҡ ялған аҡсаларҙы төҫлө электрофотография ярҙамында эшләйҙәр. Мәҫәлән, мутсылар араһында популяр булған шул уҡ биш мең һумлыҡ аҡсаны тикшергәндә, Хабаровск гербы аҡсаны ҡырынайтып ҡарағанда төҫөн үҙгәртә. Бынан тыш, “һыу билдәләренә” иғтибар итегеҙ—Н.Н.Мураевьев-Амурск һәйкәле һүрәте йәки аҡсаның алғы яғындағы һаҡлығыс епкә иғтибар итегеҙ: банкнотты ҡырынайтҡанда 5000-дең айырым һандары “бейей”.
Аҡса шикле тойолған осраҡта уны теләгән бер коммерция банкына илтергә мөмкин –экспертиза бушлай. Теләгән бер аҡсаның ысынлығын күрһәтеүсе билдәләр исемлеген Рәсәй банкы сайтында һәм “Рәсәй Банкы Банкноттары” мобиль ҡушымтаһында табырға мөмкин.
Аҡсаның ялған булыуына шик тыуған осраҡта уны банктың ҡулаҡса менән эшләгән бүлегенә экспертизаға тапшырырға кәрәк. Әгәр аҡса ысынлап та ялған икән, шунда уҡ хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итеү зарур, тип кәңәш бирҙеләр Башҡортостандың Милли банкында.
Читайте нас