Яңылыҡтар
10 Март 2021, 17:38

Виртуоз Миңлеғәфүр Зәйнетдинов ҡумыҙ оҫталарын эҙләй!

1 марттан 17 апрелгә тиклем ҡумыҙсылар Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың Халыҡ-ара конкурсында ҡатнаша ала. Бәйге онлайн рәүештә видеоформатта ойошторола, унда ҡатнашыусылар ике йәш төркөмөндә көс һынаша: 16 йәшкә тиклемгеләр һәм 16 йәштән өлкәндәр. //

1 марттан 17 апрелгә тиклем ҡумыҙсылар Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың Халыҡ-ара конкурсында ҡатнаша ала. Бәйге онлайн рәүештә видеоформатта ойошторола, унда ҡатнашыусылар ике йәш төркөмөндә көс һынаша: 16 йәшкә тиклемгеләр һәм 16 йәштән өлкәндәр.

Конкурс еңеүселәрен виртуоз-ҡумыҙсы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов үҙе юбилей концертында ҡотлаясаҡ һәм бүләктәр тапшырасаҡ.

Концерт «Башҡортостан» дәүләт концерт залында 17 апрелдә үтә. Ул артистың 50 йәшлек юбилейына арнала.

«Тамаша тулыһынса ҡумыҙға арналасаҡ. Унда беҙ халыҡ уйын ҡоралын тергеҙеү һәм танытыуҙа күп йыллыҡ эштең һөҙөмтәһе булараҡ, республика райондарынан һәм Рәсәй төбәктәренән ҡумыҙсыларҙы, ижади конкурстар еңеүселәрен саҡырабыҙ. Шулай уҡ билдәле артистар ҡатнашыуы көтөлә, тамашасылар араһынан бәхетлеләр ҙә ҡиммәтле бүләк менән ҡайтасаҡ», - тип белдерҙе Миңлеғәфүр Зәйнетдинов.
Читайте нас