Ивановка ауылында ла ошо спорт төрөн яратыусылар бихисап. Әлбиттә, хәрәкәттә бәрәкәт тип бушҡа әйтмәгәндәр. Тик урамда йөрөүселәр ҡайһы ваҡыт автомобилистар өсөн хәүеф тыуҙыра. Шуға күрә хәүефһеҙлек булдырыу маҡсатында, Ивановка ауыл биләмәһе скандинавса йөрөүселәргә яҡтылыҡты ҡайтарыусы жилеттар бүләк иткән.