Был аҙна уртаһында Башҡортостанда, арктик антициклон килеү сәбәпле, көндәрҙең ныҡ ҡына һыуытыуы көтөлә.
Федераль метеосайттар мәғлүмәттәре буйынса, 11-15 мартта республикала яуым-төшөм булмай тиерлек. Көндөҙ термометр бағанаһы минус 7-16 градус күрһәтһә, төндә 19-ҙән 24 градусҡа тиклем һыуытасаҡ.
Һыуыҡ һәм ҡояшлы һауа торшо республикала бер аҙна самаһы буласаҡ, тип фаразлай синоптиктар. Яҙҙың тәүге айының икенсе декадаһы аҙағында сираттағы циклон килеүе көтөлә.