Республикала көслө ҡар яуа һәм буран ҡотора, юлдарҙа боҙлауыҡ, көрт.
Ошоға бәйле “Приуралье” юл идаралығы, бөгөн 10.50 сәғәттә федераль әһәмиәттәге З240 “Өфө – Ырымбур” юлындағы 200 – 274 саҡрымдағы участкала бөтә төр транспорт саралары өсөн хәрәкәт итеү тыйылды, тип хәбәр итте. Әлегә сикләү ваҡыты урындағы ваҡыт менән көндөҙгө сәғәт 4-кә тиклем көсөндә ҡаласаҡ, әммә һауа торошо насар булғанда тыйыуҙы оҙайтыуҙары ла ихтимал.
Шулай уҡ 11 мартҡа ҡарай төндә лә елдең секундына 15-20 метрға тиклем көсәйеүе көтөлә, күреү һәләте 500-1000 метр тиклем кәмей, юлдарҙа боҙлауыҡ, һырынты, көрт һалыуы көтөлә.
Бындай насар көндә автомобиль хужаларына юлға сығыуҙан тыйылыуы хәйерле. Ә инде берәй көтөлмәгән хәл килеп тыуғанда, 112 һандарына шылтыратығыҙ.