

Өфө ҡыҙы Лилиә Ғилмийәрова «Донъя топ-моделе» Халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында Рәсәй данын яҡлаған. Был хаҡта Лилиә үҙенең Инстаграм битләүендә һөйләй.
Рәсәй, Перу, Әзербайжан, Белоруссия , Замбия, Үзбәкстан, Төркиә, Ираҡ илдәренән ҡыҙҙар алты титул өсөн көрәшкән. «Miss Popularity» исемлеһенә яҡташыбыҙ лайыҡ булған. «Үҙемдең ҙур еңеүгә лайыҡ булғаныма яңы саҡ ышана башланым. Төрлө илдән килгән ҡыҙҙар менән бер сәхнәлә тороу, улар менән дуҫлашыу, подиум буйлап йөрөү – барыһы ла төш кеүек. Мин ысын бәхетте татыным, – тип яҙа Лилиә Ғилмийәрова.
Ҡыҙ үҙенең туғандарына, дуҫтарына рәхмәт һүҙҙәрен еткергән. Лилиәгә был еңеүе өсөн сит илдә ике аҙналыҡ ял бүләк иткәндәр.
Автор Инсаф Хужабирганов
Йәшлек гәзите
Фото Башинформ