Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Март 2021, 17:23

Ғаризалар ҡабул ителә башланы

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Сколково” фонды һәм Өфө ҡалаһындағы IQпарк юғары технологиялар паркы хакатон кампанияһы старты һәм UFA_SuperHero питч-сессияһы хаҡында иғлан итте.
Иң яҡшы командаларға аҡсалата приз биреләсәк, улар “Сколково” стартаптары мәктәбендә уҡыу мөмкинлеген аласаҡ. Өфө ҡалаһындағы IQпарк юғары технологиялар паркы яңы техник парктың беренсе резиденты буласаҡ.
Сараны республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты, “Сколково” фонды ойоштора. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндлың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проекты сараларын тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк.
Әйткәндәй, UFA_SuperHero хакатонының приз фонды 400000 мең һум тәшкил итә. UFA_SuperHero хакатоны 19 – 21 мартта онлайн рәүештә үтәсәк.
Питч-сессияла ҡатнашыу өсөн ғаризаны биомедицина, мәғлүмәт, алдынғы сәнәғәт, космик һәм коммуникациялар технологиялары кеүек йүнәлештәр буйынса эшләнмәләр әҙерләгән стартап командалары бирә ала.
Фото: республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты.
Автор: Айһылыу Низамова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/arizalar-abul-itel-bashlani-707919/
Читайте нас: