Бында тамашасылар рус яулығы тарихы тураһында мәғлүмәт алды, милли яулыҡтарҙы йөрөтөү серҙәренә өйрәнде. Ҡатын-ҡыҙҙар төрлө фасон һәм стилдәге яулыҡтарҙы нисек бәйләргә өйрәнде. Ололар ғына түгел, бөгөнгө йәш быуын да яулыҡтарҙы модалы һәм стилле әйбер тип иҫәпләй.
Сарала рус таҡмаҡтары һәм йырҙары яңғыраны. Яулыҡтар менән бәйле уйындар һәм конкурстар ойошторолдо. Оҫтабикә Фәүзиә Әхмәтшина яулыҡтарҙы үҙенсәлекле бәйләү буйынса оҫталыҡ класы күрһәтте.
“Әсәйҙәр һәм ҡыҙҙар” конкурс программаһында Гөлнара Ҡунаҡова ҡыҙы Рәзилә, Миләүшә Ҡужабәкова ҡыҙы Мәҙинә, Көнһылыу Ишемғолова ҡыҙы Мәликә, Людмила Пручай ҡыҙы Ксюша, Рәсилә Ҡаҙнабаева ҡыҙы Тансулпан, Асия Ишкилдина ҡыҙы Самира менән ҡатнашты. Конкурсанттар “Модница”, “Ижади”, “Бишек йыры” кеүек бәйге һынауҙарын үтәне.
Конкурс араһында концерт номерҙары яулыҡ байрамына йәм, ҡатнашыусыларға яҡшы кәйеф өҫтәне.