Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Март 2021, 02:36

“Һәр ваҡыт булһын әсәй!”

Үҙәк район китапханаһы китапханасылары 2-се Аҡъяр мәктәбенең 8-се “б” класы уҡыусылары өсөн конкурс-күңел асыу программаһы әҙерләне //

Китапханасылар Г.Сынғызова һәм Л.Такалова ойошторған сарала ҡыҙҙар ике командаға бүленде.
Улар “Мелодияны таны” уйынында ҡатнашты, тиҙәйткестәр әйтте, билдәле йәнһүрәттәр пазлын йыйҙы, викторинала ҡатнашты. Конкурс уйындары ла гөрләп үтте.
Сара бик күңелле һәм ҡыҙыҡлы үтте. Бында дуҫлыҡ еңде.
Читайте нас: