Һәр ҡатын-ҡыҙ был тормошто үҙенсә төҙөй, әммә уларҙың барыһы ла бәхетле булырға, ғаилә ҡороп, балалар үҫтерергә, һөйөклө ир ҡатыны булырға хыяллана. Әммә күпселек осраҡта тормошта барыһы ла беҙ уйлағанса килеп сыҡмай. Күпселек ҡатын-ҡыҙ үҙ иңенә төшкән ауырлыҡты һәр саҡ лайыҡлы күтәрә алыуы, нисек кенә ауыр булһа ла һәр саҡ йылмайып йәшәүе, бөгөлөп, һынып ҡалмауы менән хайран итә. Ундайҙар хаҡында беҙ күпселек осраҡта көслө ҡатын-ҡыҙ тип атарға күнеккәнбеҙ.
Шуғалыр ҙа улар һәр саҡ етәкселек эшендә булыуын, бәғзе осраҡта ҡатын-ҡыҙҙың нескә иңдәренә көс етмәҫлек йөк һалыныуын аңлап та еткермәйбеҙ шикелле. Уларҙың да көсһөҙ булыуын, яҡлау һәм терәккә мохтаж икәнлеген уйламайбыҙ. Һәр саҡ ғорур, һәр эште белеп башҡарған, талапсан етәксе Аксана Сынбулатованы тәү күргәндәр шулай тип уйлай ҙа. Ә инде бер аҙ әңгәмәләшкәндән һуң уның ябай ҡатын-ҡыҙ булыуы асыҡлана, икенсенән, төрлө ауырлыҡтарҙы еңеп, үҙендә көс таба алыуы һоҡландыра. Сәскәләй өс ҡыҙына һөйөклө әсәй, Тамерлан ейәненә хәстәрлекле өләсәй, коллегалары өсөн талапсан етәксе, үҙ эшенең оҫтаһы ла ул.
Хәйбулла районының Өфө (Уфимка) ауылында тыуып үҫкән Аксана Хәлим ҡыҙы мәктәпте тамамлағас, документтарын Өфө дәүләт педагогия институтына тапшыра. Бала саҡтан уҡытыусы булыу теләге көслө була, бигерәк тә балаларҙы яратыуы, музыканы үҙ итеүе лә быға сәбәп булмай ҡалмағандыр. 1991 йылда ҡулына диплом алған йәш белгес хеҙмәт юлын тыуған яғы – Маҡан ауылындағы мәктәптә башлай. Атаһы ауылда иң оҫта гармунсы була, мандолинала уйнай. Бәләкәйҙән атаһының йыр-моңона сорналып, уның ыңғайына йырлап, бейеп үҫкән ҡыҙҙа музыкаға ҡарата һөйөү уяна. Бәхетенә күрә, тап уның өсөн генә тигәндәй, ауылда музыка мәктәбе асыла. Дүрт йыл эшләп өлгөргән мәктәптә Аксана Сынбулатова нота танырға, пианинола уйнарға, музыка донъяһының сихри серҙәре менән танышырға өлгөрә. Тап ошонда алған тәүге музыка һабаҡтары артабан уны оҙаҡ йылдар оҙатып бара, үҙен икенсе яҡтан асырға булышлыҡ итә.
1995 йылда Йәнтеш ауылы егете Тимерйән менән ғаилә ҡора, тормоштарын йәмләп бер-бер артлы Әлиә, Айгөл һәм Алһыу исемле ҡыҙҙары донъяға килә. Ҡыҙлы йорт – үҙенсәлекле донъя, һәр саҡ иркәләп, наҙлап торорға кәрәк. Икенсенән, бер-береһенән күреп ҡыҙҙарының көндән-көн һөнәрҙәре лә арта, ҡыҙыҡһыныуҙары ла күбәйә. Шуға күрә тормош сәскәләре булған балалары, бер аҙ ҙурая төшкәс, уларҙың һәләттәрен үҫтереү, таланттарын асыу маҡсатында ғаилә Аҡъярға күсә. Үҙ эшенә һәр саҡ талапсан ҡараған ханымға район мәғариф бүлегенән эш тәҡдим ителә. Ҡыҙҙары үҙҙәре теләгән түңәрәктәргә йөрөй, бар яҡлап асыла башлай, уҡыуҙа ла алдынғылыҡты бирмәйҙәр. Әммә тормошта барыһы ла һин уйлағанса шыма ғына бармай: Аксана Хәлим ҡыҙының яҙмышы бер көндә кинәт үҙгәрә, уға ире менән айырылышырға тура килә.
Ҡапыл бар хыялдарын селпәрәмә килтергән хыянат уны “аяҡтан йыға”, ниндәйҙер бер мәлдә уға бар донъяның йәме бөткәндәй тойола. Бары балаларын кеше итеү, уларҙы артабан уҡытыу теләге генә ҡатынға көс һәм йәшәүгә дәрт бирә. Бында ла баяғы характерындағы сәмдең булыуы, кеше араһында бирешмәҫкә тигән теләктең көслөлөгө уға йәшәүгә рух өҫтәй. “Төрлө саҡтар булды: ауыры ла, рәхәте лә. Әммә кеше алдында үҙемдең көсһөҙлөгөмдө күрһәтмәҫкә тырыштым. Яңғыҙ ҡатын булараҡ, төрлө һүҙҙәр ишетергә лә тура килде, әммә һынманым, бөгөлмәнем. Киреһенсә, йылдар үтеү менән бешектем, нығына барҙым, көслө рухлы, сая һәм ҡыйыу булырға өйрәндем. Үҙемә, ҡыҙҙарыма ла терәк һәм яҡлаусы тик үҙем икәнлегенә төшөндөм. Йортом да, ғаиләм дә, эшем дә, йәшәйешем дә, булмышым да башҡаларҙыҡынан кәм булмаһын тигән маҡсат алдым, һәм һәр саҡ шуға ынтылдым. Аллаға шөкөр, ҡыҙҙарым да тырыш булды, уҡыуҙа ла, спортта ла һынатманы, төрлө олимпиадаларҙа ҡатнашып, гел призлы урындар яуланы. Бер-береһенә ярҙам итеп, бер-береһенә өлгө булып йәшәүҙәре, миңә һәр саҡ терәк һәм кәңәшсе булыуҙары менән бәхетлемен.Тормошома ла рәхмәтлемен. Кем белә, бәлки, ошондай һынауҙар бирелмәһә, күңел түрендә йөрөткән хыялдарымды аҡрынлап булһа ла тормошҡа ашыра алыр инемме?!” – ти әңгәмәсем.
Ысынлап та, күңелендә йөрөткән хыял йортон төҙөп сыға ул, уны үҙенсә матурлай, тирә-яғын гөл-сәскәгә күмә. Аш-һыу бүлмәһе ғаиләнең хан бүлмәһендәй ҡәҙерле һәм уңайлы урындарҙың береһенә әйләнгән. Ошонда бергәләшеп әсәләре бешергән тәмле бәлештәр менән сәй эсергә, үҙ-ара кәңәшләшергә, серләшергә ярата ҡыҙҙары. Ҡыҙлы йортта барыһы ла матур булырға тейеш тигән төшөнсә һалынған бында. Матур кәйеф, зауыҡлы кейем, нәфис буй-һын, итәғәтле аралашыу һәм заманса фекер йөрөтә белеү – ошоларҙы бәләкәйҙән һәр балаһының күңеленә һалырға тырышҡан һәм шуға өлгәшкән дә әсә кеше. Бөгөн ҡыҙҙары – уның иң яҡын дуҫтары һәм кәңәшселәре лә, серҙәш һәм тәнҡитселәре лә. Һәр саҡ яңылыҡҡа ынтылған, заман менән йәнәш атлаған етәксе “ҡорос ат”ты ла йүгәнләй, тормошон да бынамын итеп алып бара. Ҡатын-ҡыҙ булараҡ, йорт эштәрен яратып башҡара. Гүзәл заттарға ғына хас һиҙгерлек кәрәк саҡта ҡаты ҡуллы, һалҡын ҡанлы етәксе булырға өйрәтә. Иң мөһиме – коллегалары менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеү, уларҙы аңлау, мөмкин тиклем ярҙам итергә тырышыу үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай. Әйткәндәй, Аксана Сынбулатова оҙаҡ йылдар райондың үҙәкләштерелгән китапханалар селтәре директоры вазифаһын башҡара.
Хыялдарҙың ҡасан да тормошҡа ашырына ул хәҙер тулыһынса ышана. Ҡасандыр буй етмәҫлек уй-хыялдары бөгөн ысынбарлыҡҡа әйләнгән, әммә бына сит илдәрҙе күреү, бигерәк тә әхирәте йәшәгән Францияны, Парижда булыу теләге генә бер аҙ тотҡарлана килә. Тәүәккәлләргә лә уҡтала ул, тик коронавирусҡа бәйле хәлдәр генә хыялын бер аҙ кисектереп торорға мәжбүр итә. Ә бына ҡулына гитара алып, уға ҡушылып йырларға тигән хыялы ысынбарлыҡта күптән тормошҡа ашҡан. Бөгөн Аксана Сынбулатова сәхнәгә сығып тамашасылары алдында сығыш яһай. Бөгөнгө заман ҡатын-ҡыҙҙарының бар сифаттарын үҙендә туплаған, милләтебеҙҙең сая ҡыҙҙарының бер образын кәүҙәләндергән гүзәл ханым да, бәхетле әсәй ҙә, талапсан етәксе лә, ышаныслы әхирәт һәм серҙәш булған нәзәкәтле ҡатын күптән түгел үҙенең алтын юбилейын билдәләне. Килер бер көн, Аксана Хәлим ҡыҙының да хыялдары тормошҡа ашыр, һәм ул беҙгә Париж ҡалаһының Эйфель башняһынан сәләмдәр ебәрер әле...