Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Март 2021, 01:22

Баскетбол буйынса ярыш

Аҡъяр ауылының физкультура-һауыҡтырыу комплексында ике көн рәттән Башҡортостан Республикаһы уҡыусыларының XXIII Спартакиадаһы иҫәбенә “Ю.А.Гагарин кубогы”на баскетбол буйынса ярыштарҙың зона этабы үтте. Киләһе этапҡа сығыу өсөн Хәйбулла, Әбйәлил, Белорет, Ейәнсура райондары егеттәре һәм ҡыҙҙары ярышты //

Аҡъяр ауылының физкультура-һауыҡтырыу комплексында ике көн рәттән Башҡортостан Республикаһы уҡыусыларының XXIII Спартакиадаһы иҫәбенә “Ю.А.Гагарин кубогы” баскетбол буйынса ярыштарҙың зона этабы үтте.
Киләһе этапҡа сығыу өсөн Хәйбулла, Әбйәлил, Белорет, Ейәнсура райондары егеттәре һәм ҡыҙҙары ярышты.
Ярыштар һөҙөмтәләре түбәндәгесә бүленде:
Егеттәр араһында:
1-се урын—Хәйбулла районы;
2-се урын—Белорет районы;
3-сө урын—Ейәнсура районы.
Ҡыҙҙар араһында:
1-се урын—Ейәнсура районы;
2-се урын--Әбйәлил районы;
3-сө урын—Хәйбулла районы.
Читайте нас: