Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Март 2021, 21:42

Бәләкәй Арыҫланғол ауылында 8 март байрамына ҡарата "Ҡатын-ҡыҙ һәм яҙ" исемле ял кисәһе ойошторолдо.

Байрам күңелле, матур үтте. //#МалоарслангуловскийСК

Бәләкәй Арыҫланғол ауылы ҡатын-ҡыҙҙарына 8 март байрамына ҡарата "Ҡатын-ҡыҙ һәм яҙ" исемле ял кисәһе ойошторолдо.
Байрам алдынан ҡатын-ҡыҙҙарга "Матурлыҡ" салоны булдырылды. Унда ҡыҙҙар сәстәрен рәтләтеп, макияж һалдырып байрамға әҙерләнде.
Бер мөйөштә "Фотозонала" матур иҫтәлекле фотоға төшә алдылар.
Төрлө уйындарҙа өс команда көс һынашты, байрам кәйефе булдырҙы."
Яулыктарзан мода", "Бишек йыры", "Мәҡәлдәр бәйгеһе", "Таҡмаҡ батл" "Әсәйҙәргә һәйкә" һәм башҡа конкурстар ҡыҙыҡлы үтте.
Матур йырҙарын Күскилдина Рәйсә, Сурина Гөлназ, Кәримова Хәсилә бүләк итте, күңелле бейеүҙәр ойошторолдо, байрам сәйе табыны ҡоролдо. Байрам күңелле, матур үтте.
#8мартбайрамы
#УфаМКРБ
#Хәйбулларайоны
#МалоарслангуловскийСК
Читайте нас: