Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Март 2021, 21:30

6-СЫ КЛАСТА УҠЫҒАН ҠЫҘҘЫ УРЛАЙ ЯҘҒАН...

Инцидент Ырымбур өлкәһенең Орсҡ ҡалаһында була. Урындағы 49-сы мәктәптең 6-сы класс уҡыусыһы иртәнсәк уҡырға китеп барғанда уға бер ир кеше ташлана һәм көслөк менән һөрәп, ситкә алып китергә маташа. //

Инцидент Ырымбур өлкәһенең Орсҡ ҡалаһында була.
Урындағы 49-сы мәктәптең 6-сы класс уҡыусыһы иртәнсәк уҡырға китеп барғанда уға бер ир кеше ташлана һәм көслөк менән һөрәп, ситкә алып китергә маташа. Урамда үтеп барыусылар быны күреп ҡалып, ҡыҙыҡайҙы ҡотҡарырға ташлана.
33 йәшлек был әҙәм аҡтығын полиция хеҙмәткәрҙәре килеп еткәнсе тотоп тора һәм улар ҡулына тапшыралар. Был ирҙең психологик яҡтан ауырыуы тураһында мәғлүмәт бар.
Орск.ру нәшриәте ул әҙәмдең балаға ташланғаны һәм уны ҡотҡарыуҙары тураһындағы видеояҙаманы тәҡдим итә.
Сығанаҡ: Орск.ру
Автор: Лилия Такаева
Читайте нас: