Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Март 2021, 02:25

Йәнтештәр батырҙарын иҫләй

"Батырҙарыбыҙҙы иҫләйбеҙ" республика акцияһына Йәнтеш ауылы халҡы ла дәррәү ҡушылды. Бында Ирек Абдулхаҡ улы Ҡадаев иҫтәлегенә волейбол буйынса турнир ойошторолдо //#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;

"Батырҙарыбыҙҙы иҫләйбеҙ" республика акцияһына Хәйбулла районының Йәнтеш ауылы халҡы ла дәррәү ҡушылды. Бында Ирек Абдулхаҡ улы Ҡадаев иҫтәлегенә волейбол буйынса турнир ойошторолдо. Уйын батырҙы иҫкә алыу менән башланды.Ирек Абдулхаҡ улы Ҡадаев 1979 йылда Йәнтеш ауылында тыуған. Аҡъяр һөнәрселек училищеһында белем алған. Чечняла хәрби бурысын үтәгән ваҡытта һәләк булған. Үлгәндән һуң “Ҡаһарманлыҡ өсөн” ордены менән наградланған.

20 генә йәшендә гүр эйәһе булған егет Йәнтеш ауылы зыяратында ерләнгән.Бынан бер нисә йыл элек Иректең шәп спортсы, оҫта волейболсы булыуы иҫәпкә алып ауылдаштары уның иҫтәлегәнә волейбол буйынса турнир уҙғарыуҙы хуплап сыҡты. Артабан уны район хакимиәтенең спорт комитеты күтәреп алды һәм ул ярыш йыл һайын уҙғарыла. Быйылғы сара Сәләмәтлек һәм әүҙем ғүмерлелек, “Демография” милли проектының “Спорт—йәшәү нормаһы” программаһы сиктәрендә ойошторолдо.

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;
#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин
Читайте нас: