Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Март 2021, 02:16

Әбйәлил районында бер мәктәптең ҡыйығы емерелеп төшкән

Был ваҡытта бинала уҡытыусылар, уҡыусылар ҙа була. Бәхеткә күрә, йәрәхәтләнеүселәр юҡ //

Был ваҡытта бинала уҡытыусылар, уҡыусылар ҙа була. Бәхеткә күрә, йәрәхәтләнеүселәр юҡ.

Район хәкимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, кирбестән төҙөлгән бер ҡатлы мәғариф учреждениеһының түбәне ҡаплаған тимер бетон плитаһы ишелә. Мәктәп 1970 йылда төҙөлгән, дөйөм майҙаны — 1201,5 кв.м. Бында 9-сы класҡа тиклем 90 бала белем ала.

Ваҡиға урынына шунда уҡ урындағы муниципалитеттан тикшереү бара. Әлегә башланғыс һәм 5- се синыф уҡыусылары ике сменала балалар баҡсаһында, өлкәндәр мәктәптең емерелмәгән өлөшөндә уҡып торасаҡ.

Автор: Гөлнара Солтанова

Фото: Т. Аманов

Мәғлүмәт Йәшлек гәзитенән алынды

Читайте нас: