Март аҙағына тиклем Таиландта “Miss Grand International-2020” Халыҡ-ара матурлыҡ конкурсы дауам итәсәк. Планетаның иң ҙур һәм абруйлы, миллионлаған аудиторияһы булған һылыуҙар конкурсында Башҡорт дәүләт университеты студенты, 22 йәшлек Альбина Шәйхлисламова Башҡортостан данын яҡлаясаҡ.
Республика исеменән “MissBash models” сығыш яһаясаҡ. Альбина университетта белем алыу менән бергә ковид-госпиталдә шәфҡәт туташы булып та эшләй. Буй оҙонлоғо - 176 сантиметр, инглиз телен яҡшы белә, бейеү буйынса әҙерлеге юғары кимәлдә, тиҙәр. Киләсәктә ул гинеколог булып эшләргә теләй, тип хәбәр итә “Мисс Башкортостан” модель агентлығы етәксеһе Луиза Закирйәнова.
Конкурсҡа төрлө илдәрҙән 66 ҡыҙ киләсәк. Башҡортостан бындай абруйлы бәйгелә икенсе тапҡыр ҡатнаша. Һылыуҙар үҙҙәренең илен бөтә сағыулығында күрһәтергә, матбуғат конференцияларында сығыш яһарға, милли костюмдарын демонстрацияларға тейеш. Ике этаптан торған конкурста донъя матурҡайҙары аҡыл йәһәтенән дә һынау тотасаҡ. Яҡташыбыҙға уңыштар теләйбеҙ!