Раил менән Харис бер бүлмәлә йәшәйҙәр. Табындары ла, серҙәре лә уртаҡ уларҙың.
Институттан лекциянан ҡайткас, сәй эсеп кенә ултыралар ине, ишек шаҡынылар. Ҡобараһы осҡан Раил Харисҡа текәлде.
– Был, моғайын, Фая, – тине ул стаканындағы сәйен түгә-түгә өҫтәлгә ҡуйып. – Осраған берәү менән йөрөп ауырға ҡалған да, хәҙер миңә, өйләнешәйек, ти. Нишләргә? Ниңә ауыҙ йыраһың?
– Ҡуркма, хәҙер биҙҙерәм уны. Карауат аҫтына йәшенеп ун минут ятып тор, ә мин был әрһеҙ кыҙ менән үҙем һөйләшәм.
Ул бер ни аңламай торған Раилды төрткөләп тигәндәй карауат аҫтына индерҙе лә ишекте асты.
– Әйҙүк, Фая, түрҙән уҙ. Раил магазинға киткәйне, хәҙер ҡайтып етер. Килеп һәйбәт иттең әле, ул да һине һағындым, бөгөн барып күрәм, ти ине.
Ҡыҙ өҫтөн һалып түргә ултырҙы ла аптыраулы ҡарашын Хариска төбәне.
– Шулай тине, ярата бит ул һине. Һәйбәт кеше ул минең дуҫ. Ҡайһы бер ҡыҙҙар уны әҙәмгә һанамаған була, йәнәһе, башында ел уйнай, бер юлы өс-дүрт ҡыҙ менән типтерә, өйләнергә вәғәҙә бирә лә ташлап ҡаса. Булыр инде бер аҙ, хан ҡыҙының да кәмселеге була, тиҙәр бит.
– Раил улай елбәҙәк күренмәгәйне миңә.
– Елбәҙәк түгел, әйтеп торам дә баһа дуҫым һәйбәт кеше тип. Күптәр шуны аңламай. Яратмаған булалар. Йәнәһе, әрпеш: салбары – үтек, кулдәге һабын күргәне юҡ, тырнағын кимерә лә йөрөй, имеш. Бәй, кимерһен, уларҙыҡын кимермәй бит. Мунсаға ла йөрөргә өйрәнер, былтыр май айында саҡ алып барғайным. Быйыл да бергә барырбыҙ тип торам.
– Минең янға һәйбәт кейемен кейеп килә торғайны ул.
– Минекен кейеп йөрөй. Иң яҡын дуҫым, бер нәмә лә йәл түгел. Аҡса менән дә ярҙам итәм. Үҙенең һаранлығы бар инде барлыҡҡа. Баҙарҙа тауар хаҡын бер һумға төшөртөр өсөн өс сәғәт һатыулашырға әҙер. Һатыусының да, үҙенең дә ҡысҡырыуҙан тауышы ҡарлығып бөтә, барыбер китмәй.
– Күстәнәсһеҙ килгәне юҡ ине былай.
– Әйтте, үткән юлы һиңә егерме һумлыҡ шоколад тотоп барған да, шуны ай буйы һөйләне лә ҡуйҙы. Аҡса әрәм булды, тип ҡайғырыуҙан ҡан баҫымы күтәрелеп, өс көн түшәктә ятты. Ауыр йәшәй шул. Ғаиләләрендә биш кесе туғанынан башҡа, аҡылға еңел атаһы, ауырыу әсәһе, сатан өләсәһе бар бит. Уҡыуҙы тамамлағас, ауылға ҡайтам, уларға ярҙам итәм, ти. Ултыр-ултыр, Фая, Раил дуҫым хәҙер ҡайтып етер...
Күҙҙәренә йәш эркелгән ҡыҙ ишекте Харистың бармаҡтарына ҡуша шап иткәнсе япты ла, сығып китте.