Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Март 2021, 15:18

Улар пенсияға алдараҡ китә

/

Әйткәндәй, гүзәл зат вәкилдәре, ирҙәр менән сағыштырғанда, биш йылға алдан хаҡлы ялға сыға ала. Әгәр әсәнең өс балаһы бар икән – 57, дүрт балаһы булһа – 56, биш йәки унан күберәк бала тәрбиәләгән икән, 50 йәштән пенсияға сығыу хоҡуғы бар. Әммә шул уҡ ваҡытта күп балалы әсәнең 15 йыл хеҙмәт стажы булыу өҫтөнлөктәр бирә. Өҫтәүенә, уның йөклөлөк һәм бала табыу буйынса отпуск ваҡыты ла иҫәпкә алына. Бала тәрбиәләү буйынса отпуск та пенсия стажына инә, тик иң күбе 6 йыл ғына иҫәпләнәсәк. Бынан тыш, пенсия балдарының минималь иҫәбен йыйырға кәрәк. Былтыр ул 18,6 балл булһа, 2028 йылда иһә 30 балл йыйырға тура киләсәк.

Дәүләт бала тыуғанда ғаиләгә әсәлек капиталын бирә. Уны ғаилә мәнфәғәтенә, мәҫәлән, торлаҡ ипотекаһын ҡаплау өсөн тотонорға мөмкин. Әммә әсәлек капиталына сертификат әсәйгә генә бирелә. Шулай итеп, дәүләт әсә булған ҡатындың йәмғиәттә айырым социаль роль биләгәнлеген күрһәтә. Атай кешегә әсәлек капиталы әсә ала алмаған осраҡта ғына бирелә. Мәҫәлән, әгәр ҡатын вафат булһа, әсәлек хоҡуҡ­тарынан мәхрүм ителһә йәки атай кеше баланы уллыҡҡа алһа.

Әйткәндәй, быйыл республикала әсәлек капиталы күләме артты. Тәүге балаға ул 483881,83 һум тәшкил итә. Ошондай уҡ сумма икенсе балалары 2020 йылға тиклем тыуған, ә ата-әсә сертификатты алмаған йәки файҙаланмаған осраҡта ике бала тәрбиәләүсе ғаиләгә тейеш.

Тәүге сабыйҙарына әсәлек капиталын алған, аҙаҡ икенсе балаларын тапҡан йәки уллыҡҡа алған ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тағы ла 155 550 һумға арттырыла. Әгәр сертификат хужалары аҡсаның бер өлөшөн файҙаланған булһа, ҡалған өлөшөнөң күләме инфляция үҫешен иҫәпкә алып, 3,7 процентҡа күбәйтелә.

Икенсе, өсөнсө һәм артабанғы балаларын 2020 йылдың 1 ғинуарынан һуң тапҡан йәки уллыҡҡа алған әсәйҙәр быйыл 639431,83 һум күләмендәге сертификат аласаҡ. Былтыр был сумма 616 617 һум тәшкил итте.

Әсәлек капиталын әсәнең йыйылма пенсияһына файҙаланырға мөмкин. Әгәр ҡатын хаҡлы ялға сыҡмаһа, был аҡса Пенсия фондында һаҡлана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормошта төрлө хәлдәр осрай. Мәҫәлән, әсәй кеше пенсияға сыҡҡансы вафат булһа, аҡса уның вариҫтарына ҡала.

Фото: 1obl.ru
Автор: Айһылыу НИЗАМОВА.
https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/ular-pensiya-a-aldara-kit/
Читайте нас: