Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Март 2021, 15:32

Спорт һөйгән ғаиләләр

Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмер йылы сиктәрендә, “Атай, әсәй һәм мин—спорт ғаиләһе” старттары үтте. Унда 8 команда ҡатнашты. //

Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмер йылы сиктәрендә, “Атай, әсәй һәм мин—спорт ғаиләһе” старттары үтте. Унда 8 команда ҡатнашты. Ғаилә уйындарында быймаларҙа хоккей уйнау, тюбингта шыуыу, сәкән менән туп йөрөтөү кеүек эстафеталар ойошторолдо.
Старт йомғаҡтары буйынса беренсе төркөмдә Рыҫҡоловтар ғаиләһе (“Бәпембә” балалар баҡсаһы) еңеүсе тип танылды. 2-се урынды Ҡоломбәтовтар (Яңы Ергән балалар баҡсаһы) алһа, 3-се урынды Слащевтар (Яңы Ергән мәктәбе) һәм Дзюба (Бүребай балалар баҡсаһы) бүлеште. Икенсе төркөмдә Байғотлиндарға (Сиҙәм мәктәбе) етеүсе булманы, 2-се урынға Мәмбәтовтар (Маҡан балалар баҡсаһы), 3-сө урынға Сөләймәновтар (“Бәпембә”) сыҡты.
Өсөнсө төркөмдә Хурамшиндар ғаиләһе (Маҡан балалар баҡсаһы) лидерлыҡ яуланы.
Читайте нас: