Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Март 2021, 12:09

Сәскәләр үҫтереүсе Фидәлиә

Сәскә бүләк итеү – мөхәббәт, ихтирам, хөрмәт билдәһе. Улар кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе йылыта. Сәскә яратҡандарҙың күңелендә яуызлыҡ булмай, ти венгр халыҡ мәҡәле. Юҡҡамы ни, сәскәләр нәфислек, шатлыҡ, бәхет һәм мөхәббәт символы, рухландырыу һәм илһамландырыу сығанағы, тимәйҙәр. Улар донъяға башҡа күҙ менән ҡарарға, яманһыу ваҡытта кәйефте күтәрергә ярҙам итә.

Ә күҙ яуын алырҙай сәскәләрҙе кем яратмай икән? Беҙҙең районда ла сәскә яратыусылар, йорт тирәһендә сәскә үҫтереүсе хужабикәләр бик күп. Ошо матурлыҡты тыуҙырыусы һәм яратыусы Аҡъяр ауылынан Фидәлиә Ишемғолова петуния һәм башҡа төрлө сәскә үҫентеләре үҫтереп һатыу менән өс йыл рәттән ныҡлы шөғөлләнә.
–Сәскәләрҙе бала саҡтан яратам. Йорт тирә-яғы, өй эсе һәр ваҡыт шау сәскә булды. Кейәүгә сығып, бәпәй менән өйҙә ултырғанда сәскәләр үҫтереү менән шөғөлләнә башланым. Петуния орлоҡтары һатып алып, үҫентеләрен тиҙ арала һатып бөттөм. Шулай итеп йылдан-йыл арттыра барып, һатыуға сығарҙым. Тәүҙә петуниялар ғына үҫтерҙем. Бөгөн иһә портулак, астра, гацания, георгин, бәрхәт, георгин, сальвия, цинерария кеүек сәскәләрҙең 40-тан ашыу төрө иҫәпләнә. Ҡайһыларының аталышын үҙем дә белмәйем. Зәһәр матур сәскәләр булғас, орлоҡтарын һатып алдым. Вегетатив, бәрхәт, ампель, ҡыуаҡлы һәм башҡа төр петуниялар үҫә. цинерария, примула гөлдәрен быйыл тәүгә сәстек. Сәскәләр ҙә наҙ тулы һөйөү ярата. Уларҙы ла бәпәй кеүек наҙлап, һөйөп үҫтерергә, тәрбиәләргә кәрәк. Бының өсөн үҙем дә үҫешәм, тәжрибә туплайым, интернет селтәрҙәрендә мәғлүмәт ҡарайым.
Сәскәләр менән профессиональ рәүештә өс йыл шөғөлләнәм. Был яратҡан шөғөлөмдә ярҙамсыһыҙ булмай – әсәйем Фәнүзә Шәһишәриф ҡыҙы, бейемем Миңһылыу Лоҡман ҡыҙы, тормош иптәшем һәр ваҡыт ярҙам итәләр. Балалар ҙа мин дә эшләшәм, һыуын ҡоям, һатышам тип йөрөйҙәр. Сәскәләр үҫтереүҙән тыш, “Башҡорт баҡыры” йәмғиәтендә эшләйем. Шуға ла ваҡытым тар булғанлыҡтан, күршеләремде лә сәскәләр үҫтереү эшенә йәлеп иттем. Сәскәләремде былтыр “Башҡорт баҡыры” йәмғиәте, дауахана, балалар баҡсалары, балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе һәм башҡа ойошмалар күмәртәләп алды. Быйыл да улар заявка бирә ала.
Сәскәләр менән булышыу оҡшай. Тир түгеп башҡарған эшеңдең һөҙөмтәһен, күҙ яуын алып ултырған сәскәләрҙе күрһәм, икеләтә шатлыҡ кисерәм. Артабан тағы ла үҫешергә, сәскәләр хужалығымды киңәйтергә ниәтләйем, – тине Фидәлиә Амур ҡыҙы.
Луиза Юлмөхәмәтова.
Фидәлиә Ишемғолованан матур-матур петуниялар һәм башҡа сәскәләр алғығыҙ килһә, Аҡъяр ауылы Рәсәй урамы, 68 адресы буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин. Белешмә өсөн 89378372929 телефон һандарына шылтыратығыҙ. Шулай уҡ Фидәлиәнең сәскә үҫентеләрен “Бикбау” сауҙа үҙәге алдында, баҙарҙа һатып алырға була. 8 Март байрамына иһә примула гөлдәрен Фидәлиәнән алып, яҡындарығыҙға бүләк итә алаһығыҙ.
Читайте нас: