Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Март 2021, 15:23

Мәктәптәрҙә туҡланыу

Муниципаль район хакимиәте башлығы Р.Шәрипов етәкселегендәге рәсми вәкилдәр Аҡъяр мәктәптәрендә уҡыусыларҙың туҡланыуы нисек ойошторолоуын өйрәнде. Район үҙәгенең ике мәктәбендә мең ярымдан ашыу уҡыусы белем ала.//

Муниципаль район хакимиәте башлығы Р.Шәрипов етәкселегендәге рәсми вәкилдәр Аҡъяр мәктәптәрендә уҡыусыларҙың туҡланыуы нисек ойошторолоуын өйрәнде.
Район үҙәгенең ике мәктәбендә мең ярымдан ашыу уҡыусы белем ала.
Муниципаль район хакимиәте башлығы был турала Бәйләнештә төркөмөндәге үҙ сәхифәһендә хәбәр итте.
“Аш-һыу рационы, туҡланыуҙы ойоштороу шарттары, аҙыҡ-түлек блоктарының йыһазландырылыуы, аҙыҡ-түлекте ҡайһы етештереүселәр тәьмин итеүе менән таныштыҡ. Ашнаҡсылар, белем биреү учреждениелары етәкселәре һәм балалар менән һөйләштек. Балаларҙы туҡландырыуҙың ыңғай һәм проблемалы яҡтары буйынса фекер алыштыҡ. Дөйөм алғанда, балалар был йәһәттән ҡәнәғәт, Ялыуҙар китабында ла күберәк рәхмәт белдерәләр. Мәктәптәрҙең тәҡдимдәрен контролгә алдыҡ”,-- тине Рөстәм Динислам улы.
Читайте нас: