Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Март 2021, 14:25

Гүзәл заттар спорт байрамында ҡатнашты

Әбүбәкер күп функциялы мәҙәниәт үҙәгендә 8 март байрамына арналған спорт байрамы үтте. Әбүбәкер һәм Федоровка ауылдары ҡатын-ҡыҙҙары командалар зирәклектә, етеҙлектә көс һынашты. //

Әбүбәкер күп функциялы мәҙәниәт үҙәгендә 8 март байрамына арналған спорт байрамы үтте. Әбүбәкер һәм Федоровка ауылдары ҡатын-ҡыҙҙары командалар зирәклектә, етеҙлектә көс һынашты.
Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмер йылына ла арналған сараның маҡсаты сәләмәт тормошто пропагандалау, һаулыҡты нығытыу, дуҫлыҡ мөхитен нығытыуға ҡоролғайны. Бәйге программаһы буйынса визиткалар, уйындар, автоматтан атыу, канат тартыу кеүек төрлө яҡлы көс һынашыуҙар гөрләп үтте. Гүзәл заттар скакалка менән һикереү, шашка һәм теннис турнирҙарында ҡатнашты. Быларҙың барыһында абруйлы жюри ағзалары тарафынан баһаланды.
Спорт байрамында 50-нән ашыу ҡатын-ҡыҙ ҡатнашты. Барлыҡ ҡатнашыусыларға һәм еңеүселәргә грамота һәм бүләктәр тапшырылды.
Читайте нас: