Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Март 2021, 11:50

Гүзәл әсә лә, уңған эшсе лә

Хәҙер заман ҡатын-ҡыҙҙары бар яҡлап өлгөр һәм уңған - эштә лә һынатмай, өйөн дә балҡытып тота, тәмле итеп аш-һыуын да хәстәрләй. Уңған хужабикә лә, һөйөклө ҡатын, яратҡан әсәй. Районыбыҙҙа шундайҙар рәтенә Милә Аллағолова-Баймырҙинаны ла индерер инем. Ул үҙенең алсаҡлығы, тура һүҙлелеге, киң күңеллелеге менән дә үҙенә арбай.

Милә Зөфәр ҡыҙы Байғусҡар ауылында Флүрә һәм Зөфәр Аллағоловтар ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. Һөйөклө ҡыҙҙарының ата-әсәһенә рәхмәте сикһеҙ: “Матур тәрбиә биреүҙәрендә, ике юғары уҡыу йортон тамамларға ярҙам итеүҙәрендә, балаларын ҡарашыуҙа ҡәҙерлеләремдең өлөшө баһалап бөткөһөҙ, һау ғына булһындар” – ти Милә.
Хоҙай егәрлеләргә эш бәхете бирә. Яратҡан эш күңелде баҫа, йәнде бөтәйтә, ҡанаттар үҫтерә –ти әңгәмәсем эше хаҡында. Милә Зөфәр ҡыҙы “Шатлыҡ” балалар баҡсаһында биш йыл тәрбиәсе булып эшләй, артабан уны Аҡъяр тау колледжына эшкә саҡыралар.
“Бер ай тирәһе уйланып йөрөп, тормош иптәшем, яҡындарым менән кәңәшләшкәндән һуң, Аҡъяр тау колледжына эшкә күстем. Сөнки уҡытыу эше күңелемә яҡыныраҡ ине. Был сифат миңә ҡәрсәйемдән килгәндер. Ҡартәсәйем Латифа Ғиниәт ҡыҙы РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы ине. Яңы урында эш башлауыауыр булманы, сөнки коллегаларым мине йылы ҡабул итте. Үҙем дә бар яҡлап ихласлап, һәр бер эштә әүҙемлек күрһәтеп тырышып эшләй башланым. Аллаға шөкөр. Эшемде, коллегаларымды, миңә тип тапшырылған төркөмөмде, уларҙың ата-әсәләрен хөрмәт итәм. Төркөмдәге егеттәрем менән уртаҡ тел табырға, кәңәштәрем менән ярҙам итергә тырышам, - ти Милә Зөфәр ҡыҙы.
Милә Аллағолова-Баймырҙинаның ғаиләһенә килгәндә, тормош иптәше - Камил Рамаҙан улы, "Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты" йәмғиәтендә водитель булып эшләй.
- Ғаиләлә ир - ир урынында, ҡатын –ҡатын урынында булырға һәм үҙ иреңде яманлап кешегә һөйләүҙән тыйылырға кәрәк тигән ҡағиҙә менән йәшәргә тырышам. Тормош иптәшемде ныҡ хөрмәт итәм, уның һәр бер эшен хуплап, ярҙам итергә тырышам. Тормош булғас, төрлө хәлдәр була. Бер ҡасан да тауыш күтәреп ҡысҡырғаным булманы, берәй нимә оҡшамаһа ул мине йөҙөмдән аңлай, һәр бер башланғысты кәңәшләшеп эшләйбеҙ. Камилдың эшһөйәр булыуы, бигерәк тә эште еренә еткереп башҡарыуы, төплө уйлауы оҡшай. Күпләп мал тотоу, аттарҙы үрсетеп ебәреүе лә уның тырышлығында. Йыл һайын ҡош-ҡорт үҫтереп, баҡса тулы емеш–еләк ултыртып, бергәләшеп эшләүҙә улдарыбыҙҙың да өлөшө ҙур. Оло улыбыҙ Эмиль, кесеһе – Фидель. Балаларыбыҙҙы нык яратабыҙ. Уларға талапсан булырға тырышам. Эмилде йыш ҡына миңә оҡшаталар, быны үҙемдә һиҙәм, хатта матур яҙыуы ла хас минеке кеүек. Ә Фидель улым атаһына оҡшап төплө итеп һәр нәмәне уйлап эшләй. Һәр ваҡыт дәрестәрен ҡарап, күҙ уңынан ысҡындырмайбыҙ. Бар яҡлап та эшкә, таҙалыҡҡа өйрәтергә тырышабыҙ. Әлбиттә малайҙар талашып, шаярышып та китәләр.
Минеңсә, баланың туған телде белмәүе башлыса ата-әсәнән тора. Улдарымдың русса һөйләшеүҙәрен өнәп етмәйем, өйҙә тик башҡортса аралашыуҙарын талап итәбеҙ. Уландарыбыҙ спортты яраталар, икеһе лә район, ситтә үткәрелгән саңғы ярыштарында призлы урындар алып ҡыуандыралар. Уҡыуҙа ла һынатмайҙар. Ата-әсә өсөн иң мөһиме уларҙың һау-сәләмәт булыуы, өйҙә уларҙың яғымлы тауыштарын ишетеү. Рухи үҫештең төп шарты - туған-ырыу менән, дуҫтар, күршеләрем менән йылы мөнәсәбәтте һаҡлау. Улар менән бергәләп ял итеп, осрашыуҙы ла онотмайбыҙ. Йылдың ниндәй генә миҙгеле булыуға ҡарамаҫтан тәбиғәткә сығыуҙы хуп күрәбеҙ, - ти Милә Аллағолова-Баймырҙина.
Миләнең егәрлелеге, ауырлыҡтар алдында баш эймәүе, уны күңеленә хуш килгән, ихласлап, бар күңелен һалып башҡарған бер шөғөлө – бешеренеү. Туйҙарҙа, юбилейҙарҙа ашнаҡсы булып эшләп, күңеленә кинәнес алһа, икенсенән ғаилә бюджетын да тулыландырып тора. Тәмле, зауыҡлы итеп биҙәлгән бәлештәре, сәк-сәк, бауырһаҡтары, баллы торттары өҫтәлдең йәмен биҙәй. “Тормошта юғалып ҡалмаҫҡа, күңелемде ҡатырған һүҙҙәрҙән, ғәйбәттән арынырға теләп үҙемде ошо эшкә күмдем. Был эштән тик кинәнес кенә алам, туй-юбилейҙарға саҡырһалар ҡанатланып эшләйем, татлы ризыҡтарымды бер ҡайҙа ла рекламаламайым, үҙемдең етәрлек клиенттарым бар, бешеренеү серҙәренә өйрәткән түләүле оҫталыҡ кластарында ҡатнашам, интернет селтәрҙәренән өйрәнәм. Минеңсә, ниндәй генә эш башҡарһам да күңел биреп, еренә еткереп эшләү, клиенттарымдан рәхмәт һүҙҙәре ишетеү эшемдең иң ҙур баһаһы, - ти ул. Ошо әңгәмәнән һуң, беҙ унын бешергән татлы ризыҡтарын интернет селтәренә һалыуын һорағас, уйлармын әле, тип яуапланы уңған ҡатын.
Милә ханымды оҫта бешеренеүсе, уңған хужабикә тип кенә уйламағыҙ. Ул ирҙәргә генә хас булған машина - “Нива”ла ғына елдерә. Ир-егеттәрҙән дә былайыраҡ оҫта идара итә тиһәм яңылыш булмаҫ. Район үҙәгендә йыл да үткәрелгән “Автоледи” бәйгеһендә ике тапҡыр ҡатнашып, иҫтәлекле бүләктәргә эйә була.
Милә Зөфәр ҡыҙы менән әңгәмә һуңында: Ғаиләлә ирҙәребеҙгә терәк-таяныс булып, тормош арбаһын бергә тартҡанда – йәшәүе еңел дә, күңелле лә бит! “Бөтә ҡатын-ҡыҙ ҙа бәхеткә лайыҡ, иртәме ул, һуңмы, бер кемдә яңғыҙ яратылмаған. Бөтәһенә лә бәхет теләйем. Яратып, яратылып йәшәгеҙ. Етеп килгән байрам менән”, - тип ихлас теләктәрен дә еткерҙе.
Аҡылы камил кешенең донъяһы ла нурлы, эше лә, күңеле лә, йөҙә лә балҡып тора, уратып алған кешеләр менән мөнәсәбәте лә яҡшы була. Тап ана шундайҙарҙан Милә Зөфәр ҡыҙы.
Луиза Юлмөхәмәтова.
Читайте нас: