Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Март 2021, 11:15

Өфөлә «Туристик сувенир» Бөтә Рәсәй конкурсы финалына старт бирелде

-

Бәйгелә илдең 65 төбәгенән 250 оҫта ҡатнаша. Жюри ағзалары уларҙың эштәрен өс мең ярымдан ашыу заявка араһынан һайлап алған. Сувенир продукция ике көн дауамында баһаланасаҡ, төп иғтибар милли тематикаға, эштәрҙең уникаль булыуына йүнәлтелә.
Еңеүсе оҫталар 5 мартта иғлан ителәсәк. Сараны ойоштороусылар булараҡ төбәктең туризмды үҫтереү үҙәге сығыш яһай. Әйткәндәй, конкурста ҡатнашыусылар араһында ла Башҡортостан вәкилдәре күп.
Читайте нас: