Республика онкология клиник диспансерында юғары технологиялы комплекс сафҡа инде.
Медицина учреждениеһында яман шеште нурландырыу терапияһы өсөн юғары технологиялы комплекс барлыҡҡа килде. Халыҡ-ара стандарттарға яуап биргән ҡоролмалар “Сәләмәтлек” милли проекты сиктәрендә алынған. Диспансер табибы Нәзирә Вәлиева әйтеүенсә, яңы ҡоролмалар дауалау сифатын күпкә яҡшырта. Был үҙ сиратында пациенттарҙың ғүмер оҙонлоғон арттырырға, үлем күрһәткесен кәметергә, онкология сирҙәренә ҡаршы көрәшергә булышлыҡ итәсәк.
Медицина учреждениеһы һуңғы осорҙа 5 заманса аппарат менән йыһазландырылған.