Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Март 2021, 13:34

Путин Эске эштәр министрлығына иҫерек килеш руль артына ултырыусыларға ҡаршы аяуһыҙ көрәшергә ҡушты

#ВладимирПутин#ХоҡуҡБоҙоусыларғаҠаршыКөрәш..

Рәсәй Президенты Владимир Путин Эске эштәр министрлығы коллегияһында хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренә иҫерек килеш руль артына ултырыусыларға ҡаршы аяуһыҙ көрәшергә ҡушты.
«Артабан да Юл-транспорт ваҡиғаларында зыян күреүселәр мөмкин тиклем әҙерәк булһын өсөн бөтәһен дә эшләүегеҙҙе, йәйәүлеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеүегеҙҙе, иҫерек килеш руль артына ултырыусылар һәм тиҙлек режимын боҙоусыларға ҡаршы аяуһыҙ көрәшеүегеҙҙе үтенәм», - тине дәүләт башлығы.
#ВладимирПутин
#ХоҡуҡБоҙоусыларғаҠаршыКөрәш
Яңылыҡ сығанағы: https://lenta.ru/
Фото: Сергей Гунеев / РИА Новости
Алия Вахитова
Читайте нас: