Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Март 2021, 13:24

“ЕҘЕМ”ГӘ АРНАЛҒАН КОНКУРС БАШЛАНДЫ

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан..

31 майға тиклем “Еҙем видеокамералар объективында” видеояҙмалар конкурсында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә.
“Еҙем” тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, конкурс тәбиғәткә, махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләренә һаҡсыл мөнәсәбәт булдырыуға, шулай уҡ халыҡта экологик мәҙәниәт тәрбиәләүгә йүнәлтелә. Был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының “Биологик күп төрлөлөктө һаҡлау һәм экология туризмын үҫтереү” федераль проектының өҫтөнлөклө йүнәлештәренә тулыһынса тап килә.
Мәғлүм булыуынса, “Еҙем” тәбиғәт паркы республика әһәмиәтендәге махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһен тәшкил итә. Ул Ғафури районында урынлашҡан.
Конкурста айырым кешеләр, шулай уҡ тотош ижади төркөмдәр ҡатнаша ала. Унда “Еҙем” биләмәһендә урынлашҡан тәбиғи, мәҙәни, тарихи һәм туристик объекттарҙың байлығы һәм төрлөлөгө тураһында һөйләгән видеоэштәр ҡабул ителә. Еңеүселәр 10июндә бүләкләнә.
Фото: ecology.bashkortostan.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: