Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Март 2021, 13:22

ВИТАМИНДАР - ТӘМЛӘТКЕС ҮЛӘНДӘ!

.

Йыш ҡына аҙыҡҡа тәмләткестәр, йәшелсә һалғанды өнәп етмәйҙәр. Ә бит уларҙың файҙаһы ифрат ҙур – организм өсөн барлыҡ витаминдар тупланған.
Петрушка микроэлеметтарға һәм витаминдарға бай. Унда РР, В1, В2, К фитаминдары, каротин, эфир майҙары бар. Бынан тыш, был ғәжәп үләндең 100 г-да С витаминының яҡынса ике тәүлек нормаһы бар. Яҙ көнө был витаминдар һәр кешегә кәрәк.
Йәшел һуған. Һуған һабағы ауырыу тыуҙырыусы микробтарға ҡаршы дауа булып тора. Ул фитонцидтарға, СЕ витаминдарына, шулай уҡ йод, кальций, калийға бай. Ҡуҙғалаҡты даими ашаған кешелә анемия булмай. Үҫентенең әскелтем япраҡтары органик матдәләрҙең ысын сығанағы булып тора.
Һарымһаҡ тәбиғи антибиотик булараҡ билдәле. Ул күп бактерияларҙы үлтерә. Бынан тыш, һарымһаҡ ашҡаҙанды таҙарта, йәбешеп торған матдәләрҙе иретә, ҡанды шыйыҡлата, шулай уҡ тир сығарыуҙа, һейҙек ҡыуыуҙа ла әһәмиәте ҙур. Был йәшелсәне айырыуса бешкән килеш ашағанда тештәр, теш ҡаҙнаһы өсөн файҙалы. Ашҡаҙандың эшкәртеү эшмәкәрлеген яҡшырта, аппетитты аса.
Салат.Был үлән организмды С,В,Р,Е,К витаминдарына һәм микроэлементтарға байытып ҡына ҡалмай, ә һыу балансын тоторға ярҙам итә. Аҙы эшкәреүҙе көйләй, сафландыра. Салат организмды тынысландыра, йоҡоно яҡшырта.
Ирәүән һабағы бик тәмле ризыҡ. Ә бына тамырынан дауалау препараттары эшләйҙәр. Ирәүән – диетик аҙыҡ. Ул аҙыҡты эшкәртеүгә һәйбәт тьәҫир итә, бөйөрҙөң эшмәкәрелеген көйләй.
Әнис. Яңы ғына өҙөлгән әнистә тимер, бөтә витаминдар, кильций һәм эфир майҙары бар. Ул эс ҡатыуҙы йомшарта.
Шпинат, ҡуҙаҡлы үҫентеләр кеүек үк, аҡһымға бай булыуы менән үҙенсәлекле. Белгестәр унда ун төрлө витамин һәм ғәжәп күп микроэлемент булыуын асыҡлаған.
Читайте нас: