Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Март 2021, 17:01

Онкология ауырыуҙарын дауалауҙа заманса медицина

-

Республика онкология клиник диспансерында яман шеште нурландырыу терапияһы өсөн юғары технологиялы комплекс сафҡа индерелде. Халыҡ-ара стандарттарға яуап биргән ҡоролмалар «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә алынған. Табиптар әйтеүенсә, медицина учреждениеһы һуңғы осорҙа ғына 5 заманса аппарат менән йыһазландырылған.
Ҡоролма 6 Д форматта эшләй, йәғни организмдың иң йәшерен участкаларындағы шештәрҙе лә нурландырыу мөмкинлеге бирә. Сағыштырыу өсөн, әлегә тиклем ҡулланылған аппараттар ике йүнәлештә генә йөрөй, ә был 6 яҡҡа борола ала. Уның мөмкинлектәре баш, арҡа мейеһендәге, үпкә,тын юлдарындағы шештәрҙе дауалауҙа бик әһәмиәтле.
Нур уҡтары әйләнеп йөрөгәс бик уңайлы, уны кәрәкле нөктәгә генә йүнәлтергә була. Был республикалағы ошондай тәүге аппарат. Уға мохтажлыҡ ҙур, әлеге мәлдә генә нур терапияһы 62 пациентҡа тәйенләнгән.
Рәлиә Әббәсова, Республика онкология диспансерының бүлек мөдире.
Тәүге пациенттарҙың береһе-Светлана Парахина. 73 йәшлек ханыма рактың икенсе стадияһы ҡуйылған. Уның фекеренсә, яңы ҡоролма элеккеләренән айырыла. Нурландырыу ваҡыты күпкә ҡыҫҡа. Элек сәғәт буйы ҡуҙғалмай ултырырға тура килһә, хәҙер- 15 минут һәм ятырға ла мөмкин.
Әлегә дауалау һөҙөмтәләре тураһында әйтә алмайым, әммә нурландырыу процедураһы бик уңайлы шарттарҙа үткәрелә. Бер ниндәй ҙә ауыртыу юҡ, арыттырмай. Табиптарҙың мөнәсәббәте бик яҡшы. Нисек дөрөҫ итеп ятырға әйрәтеп торалар.
Светлана Парахина, дауалау курсы үтеүсе
Нурландырыу терапияһы бер табиптың ғына эше түгел, дауалау процесын тотош команда алып бара. Нур билдәле бер нөктәгә генә йүнәлтелергә һәм һау ағзаларҙы зарарламаҫҡа тейеш. Ә был ҡоролма ул яҡтан бик теүәл, бер миллиметрға тиклем. Яман шеште генә дауалай. Тағы ла бер үҙенсәлек – элекке аппараттарҙа тик шештең түңәрәк формаһын ғына нурландырып булһа, әле төрлө фигуралар яһарға мөмкин. Бары тик дозаның күләмен дөрөҫ итеп билдәләү шарт.1
Нурҙың күләме билдәләү еңел генә түгел, 2-5 көн талап ителә. Пациенттарҙың анализдарын тикшереү, организм мөмкинлектәрен ҡарау шарт. Был процедура уның башҡа ағзаларына зыян килтерергә тейеш түгел.
Татьяна Логинова, Республика онкология диспансерының медицина физигы.
Табиптар әйтеүенсә, яңы ҡоролмалар дауалау сифатын күпкә яҡшырта. Был үҙ сиратында пациенттарҙың ғүмер оҙонлоғон арттырырға, үлем күрһәткесен кәметергә булышлыҡ итәсәк.
Республика онкология диспансерын йыһазландырыу артабан да дауам итәсәк. Һаулыҡ һаҡлау милли проекты сиктәрендә заманса ҡоролмалар алыуға айырым урын бирелә. Быйыл республикала Балалар онкология һәм гематология үҙәге лә төҙөлә башлай.
Республика онкология диспансерына «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә һуңғы осорҙа ғына биш заманса ҡоролма алынған. Был яман шеш ауырыуҙарын тиҙерәк асыҡларға ярҙам итә пациенттарҙың кяҡҡа баҫыу ваҡытын ҡыҫҡарта. Мәҫәлән, ошо компьютер томографияһы төрлө тән ауырлығындағы пациенттарҙы тикшереү мөмкинлеге бирә, автоматик рәүештә ниндәй ағзаларҙың дауаларға кәрәклеген күрһәтә.
Автор:Рәмзиә Кәримова
Читайте нас: