Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Март 2021, 11:29

Медицина хеҙмәткәрҙәренә аҡса бүленде

-

Рәсәй Федерацияһы Премьер-министры Михаил Мишустин COVID-19-ға ҡаршы алғы һыҙыҡта көрәшкән медицина хеҙмәткәрҙәренә өҫтәмә страховка гарантияларына 7,6 миллиард һум аҡса бүлеү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Был Рәсәй Президенты В.В.Путин ҡул ҡуйған Указға ярашлы башҡарылды. Тимәк медицина хеҙмәткәрҙәре коронавирус киҙеүен эштә йоҡтороп һаулыҡҡа зыян алғанда страховка алыу мөмкинлеге бар. Медицина хеҙмәткәренең ғүмере өҙөлгән осраҡта, страховка уның ғаиләһенә түләнә.
#ВВПУТИН
Автор: Әлфирә Үҙәнбаева.
Читайте нас: