Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Март 2021, 13:10

ҺАЛЫМ ҺАЛЫУҘАҒЫ ҮҘГӘРЕШТӘР

.

Башҡортостан Хөкүмәтендә һалым һалыуҙың патент системаһы буйынса брифинг уҙҙы. Сарала “Башҡортостан Республикаһында һалым һалыуҙың патент системаһы тураһында”ғы Законға үҙгәрештәр индереү хаҡында һүҙ барҙы.

Унда Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте буйынса комитет рәйесе Рида Собханҡолова, республиканың финанс министры Лира Иғтисамова, Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил Флүр Әсәҙуллин, республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Римма Бойцова ҡатнашты.

Закон тарафынан һалым һа­лыуҙың патент системаһын фай­ҙаланып булырлыҡ эшмәкәрлек төрҙәре 67-нән 85-кә тиклем арттырыла. “Йүнселдәр “Минең эшҡыуарлыҡ” үҙәгенә һалым һалыу системаһы тураһында 224-99-99 телефоны буйынса шылтыратып белешә ала”, – тине Римма Бойцова.
Берҙәм һалым төрөндәге һалым системаһы быйыл 1 ғинуарҙан файҙаланылмай. Шуға уны ҡул­ланған ойошмалар һәм предприятиелар һалым һалыуҙың түбәндәге төрҙәренең береһенә күсергә тейеш: һалым һалыуҙың дөйөм системаһы, һалым һалыуҙың ябайлаштырылған системаһы, һөнәри килемгә һалым һәм һалым һалыуҙың патент системаһы. Һуңғыһы хеҙмәткәрҙәре булмаған йәки уларҙың һаны бишкә тиклемге эшҡыуарҙар өсөн ҡулайлы.

Патентты һалым һалыу сис­темаһының патент системаһы буйынса етештереүҙең һәм хеҙмәттәр күрһәтеүҙең 67 өлкәһендә эшлә­гәндәр алыу мөмкинлегенә эйә.
Читайте нас: