Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса республикала Мәскәү өлкәһенең халыҡ мөрәжәғәттәре һәм уларҙың аналитикаһы менән эшләү тәжрибәһе ғәмәлгә ашырыла. Төбәк менән идара итеү үҙәге былтыр ноябрҙә Башҡортостан башлығының социаль коммуникациялар идараһы базаһында эшләй башлағайны. Яңы бинала шулай уҡ республиканың үҫеш корпорацияһы ла урынлашасаҡ. Был инвесторҙарға бизнестарын йәйелдереү өсөн кәрәкле һәм көнүҙәк мәғлүмәттәрҙе алырға мөмкинлек бирәсәк.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, республика менән идара итеү үҙәге – төбәкте һанлы трансформациялауҙың мөһим этабы. Ул даими нигеҙҙә күп һандағы мәғлүмәтте эшкәртергә һәм анализларға мөмкинлек бирәсәк. Бынан тыш, Башҡортостан иҡтисадын һәм социаль өлкәһен үҫтереү өсөн ҡеүәтле ресурс буласаҡ, тине Башҡортостан башлығы.